1 март Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика бәйгеһенең еңеүселәрен билдәләйҙәр. Сара «Етегән» байрамы – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә үтәсәк.
Бәйгенең ижади өлөшө 3 этаптан торҙо, һайлап алыу турҙары республиканың 7 зонаһында һәм Рәсәйҙең 2 төбәгендә уҙҙы. Конкурста Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән, бала тәрбиәләгән һәм башҡортса һөйләшкән ғаиләләр ҡатнашты. Финалға Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларынан, Миәкә, Салауат, Өфө, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош райондарынан, Ырымбур өлкәһенән 10 ғаилә сыҡты.
Проект республикала һәм башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә башҡорттарҙың тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә өлгө булған ғаиләләрҙе асыҡлау маҡсатында йыл һайын уҙғарыла. Конкурс Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булышлығында уҙа.
Ойоштороусылары: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте һәм «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы»ның Стәрлетамаҡтағы бүлексәһе.