

Халыҡ-ара туған тел көнө алдынан Башҡортостан Республикаһының Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонды башҡорт википедистары форумын үткәрҙе.
15 йылдан ашыу тел активистары: уҡытыусылар, журналистар, яҙыусылар популяр “Википедия” глобаль интернет-энциклопедияһының башҡорт бүлеген булдырыуҙа ал ял белмәй эшләй. Форумдың рәсми өлөшө әүҙем википедистарҙы һәм проектҡа мәғлүмәти ярҙам күрһәткән журналистарҙы бүләкләүҙән башланды. Тантаналы өлөштә шулай уҡ Башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм башҡорт халҡының бөгөнгөһөн масс-медиала һәм социаль селтәрҙәрҙә популярлаштырған проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү конкурсы еңеүселәренә сертификаттар тапшырылды.
Форумдың практик өлөшөндә ирекмәндәр оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, 21 февралдә башланып 11 октябргә - Республика көнөнә тиклем дауам итәсәк “Башҡорттар” конкурс-марафонының презентацияһы үткәрелде. “Башҡорт Википедияһының үҫеш перспективалары” тип аталған түңәрәк өҫтәлдә активистар көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты һәм киләсәккә пландар билдәләне.
Белешмә: Башҡорт Википедияһы тиҙ үҫеүсе проекттарҙың береһе булып тора һәм донъя буйынса ғәмәлдәге 300 бүлек араһында беренсе йөҙ иҫәбенә инә. Әлеге ваҡытта унда дөйөм һүҙҙәр күләме 20 миллиондан ашыу тәшкил иткән 55 меңдән ашыу мәҡәлә бар. “1000 мотлаҡ мәҡәлә” проектында Башҡорт Википедияһы донъяла - 29-сы, Рәсәйҙә - икенсе һәм төрки телле бүлектәр араһында беренсе урын биләй. 2021 йылдың ғинуарында башҡорт телендәге мәҡәләләрҙе 44 мең урындан 1 миллион 905 мең тапҡыр уҡығандар. Ғинуарҙа “Инглиз теле”, “Ғәли Соҡорой”, “Салауат Юлаев”, “Башҡорт теле”, “Мостай Кәрим” мәҡәләләре, шулай уҡ бүлектең белешмә биттәре иң күп уҡылған.
Форум сараларын https://youtu.be/g1U3pzPQUWI һылтанмаһы буйынса Ютуб каналында ҡараға була.