Все новости
Новости
20 Февраля 2021, 16:55

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телендә халыҡ-ара диктант уҙҙы

Бөгөн – Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Ошо уңайҙан Өфөнөң Милли музейында, БДМУ, БДПУ кеүек уҡыу йорттарында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телендә халыҡ-ара диктант уҙҙы. Килергә мөмкинлектәре булмағандар диктантҡа онлайн рәүештә ҡушылды.Саранан Хөкүмәт вәкилдәре лә ситтә ҡалманы: Милли китапханаға диктант яҙырға килеүселәр араһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиевалар бар ине. Сараға шулай уҡ билдәле сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт, матбуғат вәкилдәре лә йыйылғайны. Эльвира Ринат ҡыҙы диктант башланыр алдынан барыһын да Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән ҡотланы, йыйылғандарға “4” һәм “5” билдәләрен теләне.Башҡорт халҡының тарихына арналған әҫәр – Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романынан өҙөктө Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев яҙҙырҙы.Текст уҡылған видеояҙма bash-mir.ru сайтына ҡуйылған. Диктант һөҙөмтәләре БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары сайттарында урынлаштырыласаҡ, ҡатнашыусыларға сертификаттар ебәреләсәк.

Бөгөн – Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Ошо уңайҙан Өфөнөң Милли музейында, БДМУ, БДПУ кеүек уҡыу йорттарында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телендә халыҡ-ара диктант уҙҙы. Килергә мөмкинлектәре булмағандар диктантҡа онлайн рәүештә ҡушылды.

Саранан Хөкүмәт вәкилдәре лә ситтә ҡалманы: Милли китапханаға диктант яҙырға килеүселәр араһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиевалар бар ине. Сараға шулай уҡ билдәле сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт, матбуғат вәкилдәре лә йыйылғайны.

Эльвира Ринат ҡыҙы диктант башланыр алдынан барыһын да Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән ҡотланы, йыйылғандарға “4” һәм “5” билдәләрен теләне.

Башҡорт халҡының тарихына арналған әҫәр – Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романынан өҙөктө Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев яҙҙырҙы.

Текст уҡылған видеояҙма bash-mir.ru сайтына ҡуйылған. Диктант һөҙөмтәләре БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары сайттарында урынлаштырыласаҡ, ҡатнашыусыларға сертификаттар ебәреләсәк.

Читайте нас: