Все новости
Новости
19 Февраля 2021, 13:00

Яҙыусы Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллығы билдәләнә

Башҡортостанда республиканың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллығы билдәләнә. Тейешле указға республика Башлығы ҡул ҡуйған. Юбилей сараларын уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетын хөкүмәт вице-премьеры Азат Баҙранов етәкләй.Нәжиб (Николай Васильевич) Асанбаев — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле башҡорт прозаигы, шағир, драматург, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, йәмәғәт эшмәкәре.Уның әҫәрҙәре араһында — бик күп театрҙарҙа сәхнәләштерелгән «Рәйсә», «Фәйзи», «Зәйтүнгөл», беренсе совет дипломаты Кәрим Хәкимов тураһында «Ҡыҙыл паша» һәм Әхмәтзәки Вәлиди хаҡында «Көҙән башҡорто» пьесалары. Ләйлә Аралбаева.

Башҡортостанда республиканың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллығы билдәләнә. Тейешле указға республика Башлығы ҡул ҡуйған. Юбилей сараларын уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетын хөкүмәт вице-премьеры Азат Баҙранов етәкләй.

Нәжиб (Николай Васильевич) Асанбаев — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле башҡорт прозаигы, шағир, драматург, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, йәмәғәт эшмәкәре.

Уның әҫәрҙәре араһында — бик күп театрҙарҙа сәхнәләштерелгән «Рәйсә», «Фәйзи», «Зәйтүнгөл», беренсе совет дипломаты Кәрим Хәкимов тураһында «Ҡыҙыл паша» һәм Әхмәтзәки Вәлиди хаҡында «Көҙән башҡорто» пьесалары.

Ләйлә Аралбаева.
Читайте нас: