Все новости
Новости
19 Февраля 2021, 22:35

Ростов өлкәһендә башҡорт атлыларына арналған мультимедиа стенды асыла

Ростов өлкәһендәге яңы музей комплексында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған мультимедиа системаһы эшләйәсәк. Уҙған йылдың авгусында “Самбек ҡалҡыулығы” милли хәрби-тарихи музей комплексы асылды. Тантана Ростов өлкәһен немец илбаҫарҙарынан азат ителеүҙең йыллығына арналған ине. Комплекстың бер өлөшө баштан уҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына тәғәйенләнде.Ростовтағы башҡорт йәмәғәтселәре һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан музейға дивизияның хәрби әләменең күсермәһе, атып төшөрөлгән немец самолетының өлөшөнән эшләнгән еҙ ҡурай, кавалеристар эйәре, бетеү, ҡамсы һәм Башҡортостан Республикаһының Үҙәк архивында һаҡланған документтар һәм фотоһүрәттәрҙең күсермәләре килтерелде.Бөгөн экспозицияға Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың ҡылысының күсермәһе ҡушылды. Музей етәкселегенә уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары Марсель Тойғонов, Артур Ғайсаров һәм Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мәхмүт Сәлимов тапшырҙы. Унан тыш музей өсөн махсус рәүештә эшләнелгән мультимедия системаһы өсөн ҡоролмалар тапшырылды. Хәҙер 112-се Башҡорт кавалерия дивизиһына арналған экспозицияға кеше килгән һайын, уның яҡынлашыуын датчиктар күҙәтеп, башҡорт яугирҙарының хәрби юлы һәм тәрихы тураһында аудио-белешмә яңғыраясаҡ.

Ростов өлкәһендәге яңы музей комплексында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған мультимедиа системаһы эшләйәсәк. Уҙған йылдың авгусында “Самбек ҡалҡыулығы” милли хәрби-тарихи музей комплексы асылды. Тантана Ростов өлкәһен немец илбаҫарҙарынан азат ителеүҙең йыллығына арналған ине. Комплекстың бер өлөшө баштан уҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына тәғәйенләнде.

Ростовтағы башҡорт йәмәғәтселәре һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан музейға дивизияның хәрби әләменең күсермәһе, атып төшөрөлгән немец самолетының өлөшөнән эшләнгән еҙ ҡурай, кавалеристар эйәре, бетеү, ҡамсы һәм Башҡортостан Республикаһының Үҙәк архивында һаҡланған документтар һәм фотоһүрәттәрҙең күсермәләре килтерелде.

Бөгөн экспозицияға Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың ҡылысының күсермәһе ҡушылды. Музей етәкселегенә уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары Марсель Тойғонов, Артур Ғайсаров һәм Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мәхмүт Сәлимов тапшырҙы. Унан тыш музей өсөн махсус рәүештә эшләнелгән мультимедия системаһы өсөн ҡоролмалар тапшырылды. Хәҙер 112-се Башҡорт кавалерия дивизиһына арналған экспозицияға кеше килгән һайын, уның яҡынлашыуын датчиктар күҙәтеп, башҡорт яугирҙарының хәрби юлы һәм тәрихы тураһында аудио-белешмә яңғыраясаҡ.

Читайте нас: