"Гөлфиә апайҙың публицистик әҫәрҙәре лә, шиғырҙары кеүек, йырлап тора. Ул геройҙарын нисек бар, шулай һүрәтләй: арттырмай ҙә, кәметмәй ҙә. Юғиһә журналистикала хәҙер геройҙарҙы саманан тыш маҡтау, бөҙрә-бөҙрә һүҙҙәр, яҡын да килмәгән эпитеттар менән нарыҡлау таралып китте. Ҡайһы бер белгән кешең хаҡында уҡып, танымай ҙә тораһың. Ә бына Гөлфиә апай дөрөҫлөккә хилафлыҡ килтермәй генә шәхестәрҙе күтәрә белә, уларға һоҡланыу уята, яраттыра, – ти "Ватандаш" журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева. – Биргән һорауҙары бик ябай ғына кеүек тәү ҡарашҡа, әммә уларға шундай ҙур мәғәнә һалынған: уйландыра ла, моңландыра ла..."