Новости
19 Февраля 2021, 08:22

20 февраль туған телегеҙҙә диктант яҙырға килегеҙ!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Халыҡ-ара туған телдәр көнө сиктәрендә халыҡ-ара диктантҡа ҡушылырға саҡыра.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Халыҡ-ара туған телдәр көнө сиктәрендә Халыҡ-ара диктантҡа ҡушылырға саҡыра.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы, Мәҙәниәт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2021 йылдың 20 февралендә Халыҡ-ара туған телдәр көнө сиктәрендә Халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторола. Диктантты урындағы 6 телдә – башҡорт, рус, татар, мари, сыуаш, удмурт телдәрендә, мәғариф учреждениеларында, йәмәғәт ойошмалары майҙансыҡтарында яҙырға була.
Тантаналы диктант яҙыу Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың уҡыу залында уҙа. (Ленин урамы, 4-се йорт)
Сара сәғәт 11-ҙә башлана.
Читайте нас