Все новости
Новости
18 Февраля 2021, 12:05

Фатирҙа - ағыулы йылан

Салауат ҡалаһындағы фатирҙарҙың береһендә 14 февралдә өй хужалары бесәйҙең үҙен сәйер тотоуына иғтибар итә: ул картуф һалынған биҙрәгә ҡарап ыҫылдай, йөндәрен тырпайтып, ниҙер барлығына ишаралай. Баҡтиһәң, картуф араһында йылан йәшенеп ятҡан икән.

Хужалар шунда уҡ муниципаль янғындан һаҡлау бүлексәһенә шылтыраталар. Улар килеүгә йылан, биҙрәнән сығып, аяҡ кейемдәре өсөн тәғәйенләнгән кәштәлә йәшенгән була.

«Ағыулы ҡара йыланды махсус һаҡлағыс кейем һәм инструменттар ярҙамында янғын һүндереүсе Илһам Мусин тотто һәм фатирҙан алып сыҡты", - ти белгестәр.

Күрәһең, ҡара йылан, һыуыҡтан ҡасып, баҙға төшкәндер. Унан инде, картуф һалынған биҙрәгә эйәреп, фатирға эләккән, тип фараз итә янғын һүндереүселәр.

Читайте нас: