Все новости
Новости
18 Февраля 2021, 18:35

Бер юлы – ике юғалтыу

Бөгөн башҡорт сәнғәте ике танылған артисын юғалтты.85 йәшлек юбилейын билдәләгән көнөндә – Башҡортостандың халыҡ артисы, опера солисы, педагог Флүрә Ноғоманова, 81 йәшендә республиканың атҡаҙанған артисы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ветераны Рива Исхаҡова вафат булды.Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы Ноғоманова Ҡырмыҫҡалы районы Күлләр ауылында 1936 йылда тыуған. Ижади юлын бейеүсе булып Фәйзи Ғәскәровтың ансамблендә данлыҡлы хореографтың ҡулы аҫтында башлаған. Аҙаҡ Өфө сәнғәт училищеһында Миләүшә Мортазинанан дәрестәр ала. 11 йыл дауамында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһен балҡыта, остаз булараҡ, илленән ашыу йырсыны сәхнәгә сығара. Яңыраҡ ҡына Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы тормош иптәшен — кинематографсы Фәрит Ғәбитовты юғалтҡайны.Рива Афзал ҡыҙы Исхаҡова 1940 йылдың 5 ғинуарында БАССР-ҙың Саҡмағош районы Иҫке Үҙмәш ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас (1964, Ғабдулла Ғиләжев курсы), БАССР-ҙың Сиҙәм театрына (хәҙерге А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры) эшкә алына. 1966 йылда Салауат башҡорт драма театрына күсә. 1974-1995 йылдарҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй. Төп ролдәре: Фәниә («Балаҡайҙарым», Ә.Атнабаев), Ҡаҙнабикә («Башҡорт туйы», М.Буранғолов), Зәниә («Пәрей туйы», А.Хәлим), Ынйыбикә («Их, кәләше лә кәләше!», Х.Зарипов). Уның режиссер Әнүәр Нурмөхәмәтовтың «Ай ҡыҙы» исемле тәүге башҡорт сериалындағы Өләсәй роле бик күп тамашсыларҙың хәтерендә ҡалды.

Бөгөн башҡорт сәнғәте ике танылған артисын юғалтты.

85 йәшлек юбилейын билдәләгән көнөндә – Башҡортостандың халыҡ артисы, опера солисы, педагог Флүрә Ноғоманова, 81 йәшендә республиканың атҡаҙанған артисы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ветераны Рива Исхаҡова вафат булды.

Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы Ноғоманова Ҡырмыҫҡалы районы Күлләр ауылында 1936 йылда тыуған. Ижади юлын бейеүсе булып Фәйзи Ғәскәровтың ансамблендә данлыҡлы хореографтың ҡулы аҫтында башлаған. Аҙаҡ Өфө сәнғәт училищеһында Миләүшә Мортазинанан дәрестәр ала. 11 йыл дауамында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһен балҡыта, остаз булараҡ, илленән ашыу йырсыны сәхнәгә сығара. Яңыраҡ ҡына Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы тормош иптәшен — кинематографсы Фәрит Ғәбитовты юғалтҡайны.
Читайте нас: