Все новости
Новости
18 Февраля 2021, 22:12

Башҡортостан Милли музейына етәксе итеп Альбина Ярмуллина тәғәйенләнде

Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина Башҡортостан Республикаһының Милли музейына генераль директор итеп тәғәйенләнде

Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина Башҡортостан Республикаһының Милли музейына генераль директор итеп тәғәйенләнде. Әлегә тиклем музейҙы Марат Зөлҡәрнәев етәкләгәйне. Журналыбыҙҙың авторын яңы вазифа менән ҡотлайбыҙ, эшендә уңыштар, яңы үрҙәр яулауын, ниәтләгән пландарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Быға тиклем Альбина Ярмуллина Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында директор вазифаһын башҡарҙы. Уның тураһында тулыраҡ 2018 йылда журналыбыҙҙа сыҡҡан мәҡәләнән уҡырға була:
Читайте нас