Ошо көндәрҙә Мәскәүҙең «Ҡунаҡһарай»ында халыҡ оҫталары, рәссамдар һәм дизайнерҙарҙың «РусАртСтиль» III Бөтә Рәсәй күргәҙмә-йәрминкәһе уҙҙы. Унда илебеҙҙән 450-нән ашыу ойошма, ижади берекмәләр, һөнәр эйәләре ҡатнашты.
Күргәҙмә сиктәрендә Евразия этнодизайнерҙар ассоциацияһы «Этноподиум» исеме аҫтында мода күрһәтеү ойошторҙо. Европала билдәлелек яулаған танылған дизайнерҙар үҙҙәренең кейем өлгөләрен күрһәтте. Улар араһында Башҡортостан вәкиле Мәҙинә Илһамова ла бар. Уның етәкселегендәге Мәскәүҙең «Илһам» башҡорт халыҡ театры баш ҡала тамашасыһына башҡорт милли кейем өлгөләрен тәҡдим итте. Коллекцияла Башҡортостан төбәктәренең тормош-көнкүреш, байрам кейеме, эш кейеме, сәхнә кейеме өлгөләре урын алған.
Фотолар Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сайтынан алынды