Все новости
Новости
17 Февраля 2021, 11:50

«Өфө» аэропорты Рәсәйҙең популяр курорттарына тура рейстарҙы арттыра

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн Рәсәйҙең популяр курорттарына тура рейстарҙы арттыра. Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Сочиға йыл әйләнәһенә осорға мөмкин.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн Рәсәйҙең популяр курорттарына тура рейстарҙы арттыра. Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Сочиға йыл әйләнәһенә осорға мөмкин. Ҡышҡыһын аҙнаһына - туғыҙ рейс. Хәҙер осоштарҙы өс авиакомпания башҡара, ә 28 марттан тағы бишәү өҫтәлә. Июнь-сентябрь айҙарында Өфөнән Сочиға аҙнаһына 28 рейс планлаштырыла.

Аҙнаһына дүрт тапҡыр, дүшәмбе, шишәмбе, кесаҙна һәм шәмбе көндәрендә Краснодарға осорға мөмкин. 2 июндән — шаршамбы, йома һәм йәкшәмбе – йәнә бер авиакомпанияның һауа суднолары Краснодарға оса башлай.

Йыл әйләнәһенә Өфөнән Минеральные Воды ҡалаһына башҡарылған тура рейстар республикала һәм күрше төбәктәрҙә йәшәүселәрҙә бик популяр. Әле унда аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбе һәм шәмбе осорға мөмкин, ә 3 июндән осош көндәре өҫтәлә – дүшәмбе һәм кесаҙна.

Йәйге осорҙа «Өфө» аэропортынан Симферополгә рейстар башҡарыла. Июнь-сентябрҙә аҙнаһына 12 рейс көтөлә. Артабан Өфөнән Ҡырымдың баш ҡалаһына осоштарҙы йыл әйләнәһенә ойоштороу планлаштырыла.

Йәй көнө биш авиакомпания Анапаға аҙнаһына 13 рейс башҡарырға йыйына. 1 июндән бер авиакомпания Геленджикка аҙнаһына икешәр рейс башҡарырға ниәтләй.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Читайте нас: