Все новости
Новости
16 Февраля 2021, 13:05

Иглин районында - яңы прокурор

Юстицияның өлкән кәңәшсеһе Марсель Мәҡсүтов биш йылға Башҡортостандың Иглин районы прокуроры итеп тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа Рәсәйҙең генераль прокуроры ҡул ҡуйған.Марсель Мәҡсүтов 1980 йылда Дәүләкәндә тыуған. 2003 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2004 йылдан 2007 йылға тиклем Өфөнөң Калинин районында тәфтишсе, өлкән тәфтишсе, прокурор ярҙамсыһы булып эшләй. 2007-2011 йылдарҙа – Салауат ҡалаһы прокуроры урынбаҫары. 2011-2016 йылдарҙа – Әлшәй районы прокуроры. 2016 йылдан хәҙерге көнгә тиклем – Октябрьский ҡалаһы прокуроры.

Юстицияның өлкән кәңәшсеһе Марсель Мәҡсүтов биш йылға Башҡортостандың Иглин районы прокуроры итеп тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа Рәсәйҙең генераль прокуроры ҡул ҡуйған.

Марсель Мәҡсүтов 1980 йылда Дәүләкәндә тыуған. 2003 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2004 йылдан 2007 йылға тиклем Өфөнөң Калинин районында тәфтишсе, өлкән тәфтишсе, прокурор ярҙамсыһы булып эшләй. 2007-2011 йылдарҙа – Салауат ҡалаһы прокуроры урынбаҫары. 2011-2016 йылдарҙа – Әлшәй районы прокуроры. 2016 йылдан хәҙерге көнгә тиклем – Октябрьский ҡалаһы прокуроры.

Читайте нас: