Все новости
Новости
15 Февраля 2021, 12:30

Февралдә алты һәм өс көнлөк эш аҙналары көтә

Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт рәсәйҙәргә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡыҫҡа эш аҙнаһы тураһында иҫкә төшөрҙө.Быйыл өс көн – 21 февралдән 23-өнә тиклем ял итәбеҙ, 22-һендәге эш көнө шәмбе 20 февралгә күсерелә.Шулай итеп, рәсәйҙәрҙе ошо йылда берҙән-бер алты көнлөк эш аҙнаһы көтә.2021 йылда бөтәһе ете ҡыҫҡа эш аҙнаһы була. Уларҙың һуңғыһы кесаҙна 30 декабрҙә тамамлана. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт рәсәйҙәргә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡыҫҡа эш аҙнаһы тураһында иҫкә төшөрҙө.

Быйыл өс көн – 21 февралдән 23-өнә тиклем ял итәбеҙ, 22-һендәге эш көнө шәмбе 20 февралгә күсерелә.

Шулай итеп, рәсәйҙәрҙе ошо йылда берҙән-бер алты көнлөк эш аҙнаһы көтә.

2021 йылда бөтәһе ете ҡыҫҡа эш аҙнаһы була. Уларҙың һуңғыһы кесаҙна 30 декабрҙә тамамлана.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: