Все новости
Новости
15 Февраля 2021, 12:35

Башҡортостан 2020 йылда йәшәү сифаты буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында 29-сы урынды алды

Былтыр Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә йәшәү сифаты үҙгәрмәгән тиерлек. РИА Новости агентлығы әҙерләгән рейтингта тәүге өс урынды Мәскәү (82,164 балл), Санкт-Петербург (80,634) һәм Мәскәү өлкәһе (76,068) биләй.Тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан (50,009) 29-сы баҫҡыста тора, 2019 йылда республика 25-се урында ине.Илдең 85 субъекты араһында һуңғы өс урында — Ҡарасәй-Черкес Республикаһы (27,693), Байкал аръяғы крайы (26,889) һәм Тыва Республикаһы (17,506).Белгестәр Росстат, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Финанс министрлығы, Үҙәк банк һәм башҡа асыҡ сығанаҡтарҙы файҙаланған.

Былтыр Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә йәшәү сифаты үҙгәрмәгән тиерлек. РИА Новости агентлығы әҙерләгән рейтингта тәүге өс урынды Мәскәү (82,164 балл), Санкт-Петербург (80,634) һәм Мәскәү өлкәһе (76,068) биләй.

Тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан (50,009) 29-сы баҫҡыста тора, 2019 йылда республика 25-се урында ине.

Илдең 85 субъекты араһында һуңғы өс урында — Ҡарасәй-Черкес Республикаһы (27,693), Байкал аръяғы крайы (26,889) һәм Тыва Республикаһы (17,506).

Белгестәр Росстат, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Финанс министрлығы, Үҙәк банк һәм башҡа асыҡ сығанаҡтарҙы файҙаланған.

Читайте нас: