Все новости
Новости
15 Февраля 2021, 18:00

Артабан да бергә ҡалайыҡ!

Хәтерегеҙҙәлер әле – Яңы йыл алдынан журналға яҙылыусылар арһында бүләктәр уйнатҡайныҡ. Бөгөн редакцияға бер юлы ике ҡунаҡ килде – Архангел районы Ырныҡшы ауылынан Зуля Камалетдинова тибет аппликаторына эйә булһа, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Хәниф Шафиҡовтың ҡыҙы Рушана атаһына тәғәйенләнгән электр йылытҡыс (электросапог) алып ҡыуанды."Журналды бик күп йылдар уҡыйым, бигерәк тә тарихҡа ҡағылышлы мәҡәләләр оҡшай. Һөнәрем буйынса юрист булғас, хоҡуҡи темаларға ла айырыуса иғтибар итәм", – ти Зуля Камалетдинова. Рушана иһә: "Атайым хаҡлы ялда, уҡырға ярата. "Ватандаш"тағы төплө мәҡәләләр айырыуса күңеленә хуш килә", – тип белдерҙе. Беҙ иһә баҫмабыҙҙы үҙ итеүселәргә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм артабан да бергә ҡалырбыҙ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Хәтерегеҙҙәлер әле – Яңы йыл алдынан журналға яҙылыусылар арһында бүләктәр уйнатҡайныҡ. Бөгөн редакцияға бер юлы ике ҡунаҡ килде – Архангел районы Ырныҡшы ауылынан Зуля Камалетдинова тибет аппликаторына эйә булһа, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Хәниф Шафиҡовтың ҡыҙы Рушана атаһына тәғәйенләнгән электр йылытҡыс (электросапог) алып ҡыуанды.

"Журналды бик күп йылдар уҡыйым, бигерәк тә тарихҡа ҡағылышлы мәҡәләләр оҡшай. Һөнәрем буйынса юрист булғас, хоҡуҡи темаларға ла айырыуса иғтибар итәм", – ти Зуля Камалетдинова. Рушана иһә: "Атайым хаҡлы ялда, уҡырға ярата. "Ватандаш"тағы төплө мәҡәләләр айырыуса күңеленә хуш килә", – тип белдерҙе.

Беҙ иһә баҫмабыҙҙы үҙ итеүселәргә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм артабан да бергә ҡалырбыҙ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Читайте нас: