Все новости
Новости
13 Февраля 2021, 12:35

Яңауылда уран ырыуының йыйыны үтте

12 февраль көнө Яңауыл районында уран ырыуының йыйыны үтте. Сараға райондың 13 ауылынан 77 делегат саҡырылды.

12 февраль көнө Яңауыл районында уран ырыуының йыйыны үтте. Сараға райондың 13 ауылынан 77 делегат саҡырылғайны.

Йәштәр мәҙәни ял итеү үҙәгенең (МКДЦ) фойеһында башҡорт этник ихатаһы урын алған, ошонда уҡ халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫы өлгөләре ҡуйылған, шулай уҡ уран ырыуына ҡараған ғаиләләрҙең шәжәрәләре, уларҙы урын-еренә еткереп эшләү серҙәре, тарихи-этнографик белешмәләр менән танышырға мөмкинселек бар. Сараның рәсми өлөшө башланыр алдынан традицион һөнәрҙәр буйынса оҫталыҡ һабаҡтары бирелде. Йыйында ҡатнашыусылар бик теләп милли музыка ҡоралдарын, биҙәнеү әйберҙәрен, сувенирҙар һатып алдылар. Уларҙы данлыҡлы ҡумыҙсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңдеғәфүр һәм милли монаят яһау оҫтаһы Гөлгөнә Зәйнетдиновтар килтергән. Йыйын алдынан башҡорттоң иң боронғо ырыуҙарынан иҫәпләнеүсе урандарҙың килеп сығыу тарихын тауирлаған театрлаштырылған тамаша күрһәтелде.

Халҡыбыҙҙың рәсми булмаған гимны - мәшһүр «Урал» яңғырай. Ырыу йыйыны башлана. Ҡунаҡтарҙы һәм делегаттарҙы Яңауыл районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусыСалауат Ғилмиев һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов сәләмләй. Һүҙ билдәле журналист,тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллинға бирелә. Ул уран ырыуының тарихына ҡағылышлы яңы мәғлүмәттәр менән бүлеште. БР стратегик тикшереүҙәр Инстиутының социо-мәҙәни анализлауҮҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов Тарихи Башҡортостанда беҙҙең ырыуҙары төйәк иткән ауылдар һәм ҡасабалар картаһы менән таныштырҙы.

Шулай уҡ билдәле яҙыусы, сатирик, сығышы ошо яҡтарҙан булған Марсель Сәлимов сығыш яһаны. Йыйынға йыйылыусылар райондың Исхаҡ ауылынан сыҡҡан билдәле шәхес, БР халыҡ артисы Фәнәүи Сәлиховты ихлас тыңланы. Оло һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар өсөн уран ырыуы башлығы Фәрит Минязовтың һәм район башҡорт ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рафаил Яхинтың әйткән һүҙҙәре, тотҡан телмәре фәһемле булғандыр. Шулай уҡ ырыуҙың башҡа арҙаҡлы вәкилдәре лә сығыш яһаны.

Артабан эшен дауам итеп сарала ҡатнашыусылар әле 2013 йылда уҡ, йәғни беренсе йыйындан алып эшләүсе ырыу Ҡоро ағзаларын яңынан раҫланы Яңауылда үткән йыйындың иң тулҡынландырғыс мәле, моғайын, уран ырыуының гербын (авторы Гөлсәсәк Тимершина) һәм гимнын (Руслан Мәхәмәдиев) раҫлау булғандыр. Киләһе йыйын Ҡариҙел районында үтәсәк. Тантаналы шарттарҙа оло сараның штандарты унлар ырыуы вәкилдәренә тапшырылды. Ырыуҙаштар йыйыны урындағы һәүәҫкәр артистарҙың бик күркәм концерты менән тамамланды.

Читайте нас: