Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты бик шәп проект тәҡдим итә. Ул “Беҙ үҙебеҙ башҡорттар” тип атала. Проект башҡорт телен популярлаштырыуға, республикабыҙҙы сит төбәктәрҙә һәм илдәрҙә танытыуға йүнәлтелгән.
Тәҡдим ителгән дәрестәрҙең төп үҙенсәлеге шунда – бында телде өйрәнеү башҡорт халҡының мәҙәниәте аша бирелә. Улар аҙна һайын кесаҙна көндәре 12.00 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты буйынса 10.00 сәғәттә) онлайн-режимда үтә. Дәрестәргә инеү өсөн һылтанма bez-bashkorttar.ru сайтында баҫыла. Шулай уҡ видео-дәрестәр ҙә ошо сайтта баҫылып барасаҡ.
Әлегә тиклем булған онлайн дәрестәрҙә Ҡаҙағстан, Австралия, Төркиә һәм Төркмәнстанда йәшәүселәр ҡатнашҡан.
"Төрки халыҡтары, күрше төбәктәрҙә, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ һәм барлыҡ телде өйрәнергә теләгәндәр өсөн Башҡорт дәүләт педагогия университеты педагогтары башҡорт теле дәрестәре үткәрә, – ти университеттың башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусыһы Раушания Солтаҡаева. – Уларҙа Башҡортостан мәҙәниәте тарихы, сәнғәте, башҡорт теле тураһында бай, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелә". Дәрестәр зум платформаһында үткәреләсәк.
Әйткәндәй, был проект Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.