Все новости
Новости
10 Февраля 2021, 12:00

Толбазыла көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтте

5-7 февралдә алып 2007-2008 йылғы малайҙар араһында көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтте. Толбазы ауылында уҙған ярышта республиканың 23 төбәгенән йәмғеһе 123 бала ҡатнашты.

5-7 февралдә алып 2007-2008 йылғы малайҙар араһында көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтте. Талбазы ауылында уҙған ярышта республиканың 23 төбәгенән йәмғеһе 123 бала ҡатнашты.

Көрәш туғыҙ ауырлыҡ категорияһында ойошторолдо. 36 килограмлыҡ иң бәләкәй категорияла майҙан хужалары еңеү яуланы — беренсе урын Ауырғазы районынан Искәндәр Сатлыҡовта. Артабанғы ауырлыҡтарҙа Стәрлебаштан Ринат Аллабирҙин, унан ары Көйөргәҙенән Малик Йәмилов, тағы ла Ауырғазы батыры Байрас Назаров, Ҡариҙелдән Кәрим Әкрәмов, Күмертауҙан Илдар Әйүпов, Федоровканан Артур Сәғитов, Әбйәлилдән Фәнүр Истәмбаев алдынғылыҡҡа сыҡты. Ошо йәштәге балалар араһындағы иң ҙур ауырлыҡ — 75 килограмм категорияһында Күмертауҙан Илсур Ниғмәтуллин беренсе урынды ҡулынан ысҡындырманы. Был батырҙар артабан үҙ ауырлығында Рәсәй беренселегендә ҡатнашасаҡ. Ил кимәлендәге бәйге март айында Ҡазан ҡалаһында үтә.

Республикалағы киләһе ярыш иһә 12-14 февралдә Ҡырмыҫҡалы ауылында була, ул 2005-2006 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында үтә һәм легендар башҡорт генералы Миңлеғәле Шайморатовтың иҫтәлегенә арналасаҡ.

Читайте нас: