6 февралдә «Беҙ үҙебеҙ башҡорттар» интернет платформаһында һөҙөмтәле осрашыу булды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ярҙамы менән был сараның ойоштороусылары Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаларының союзы «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгрессы)», Үзбәкстандағы Ә.З.Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге булды. Был проектта Үзбәкстан Республикаһындағы Россотрудничество вәкиллеге хеҙмәткәрҙәре, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның уҡытыусылары һәм студенттары, Бөтә донъя башҡорттары ҡорлтайының Рәйесе Эльвира Айытҡолова, Ә.З. Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең рәйесе Ринат Гүләев. Үзбәкстандағы башҡорттар һәм татарҙар аҡһаҡалдары Советының рәйесе Рим Ғинийәтуллин, «Ләйсән» башҡорт-татар ансамбленең етәксеһе, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының атҡаҙанған артисткаһы Феруза Халдарова, Ә.З. Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге идаралығының ағзалары ҡатнашты.
«Беҙ үҙебеҙ башҡорттар» халыҡ-ара интернет-платформаһы башҡорт теленең онлайн дәрестәрен, видеолекцияларҙы, түңәрәк өҫтәлдәрҙе, мастер-класстарҙы үҙ эсенә ала. Был проект Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ Фонды ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.