Все новости
Новости
9 Февраля 2021, 14:45
1

Хәрәкәттә - бәрәкәт

Башҡортостанда быйылғы йыл "Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы" тип иғлан ителде. Был халыҡ һаулығына иғтибар йүнәлтеү, спорт менән әүҙем шөғөлләнергә әйҙәү, ғүмер оҙонлоғон арттырыу маҡсаты менән эшләнде. "Хәрәкәттә - бәрәкәт" ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Спорт менән әүҙем шөғөлләнгән, үҙ һаулығына битараф булмаған һәр кем был мәҡәлде тәрән аңлай. Тән һау икән, йән дә сәләмәт була. Ғүмер дәүмәле оҙая.Бөрйән районы Ҡурғашлы ауылында ла һаулығын нығытыу маҡсатында йәйәү йәиһә скандинав таяҡтары менән йөрөргә сығыусылар байтаҡ ҡына. Улар араһында иң "стажлыһы" – Гүзәл Шәмиғолова. Бер көн ҡалдырмай, иртәле-кисле 4-5 саҡрым юл урай ул."Ошолай йөрөгәнемә 10 йыл. Тәүге өс йылда былай ғына йәйәү йөрөһәм, ҡалған ете йылды скандинав йөрөү менән шөғөлләнәм. Яҙҙан көҙгәсә велосипедта йөрөйөм,"- ти үҙ артынан йәйәү һәм скандинав йөрөүгә ауылдан байтаҡ кешене ылыҡтыра алған Гүзәл апай. Яҡынса 12 кеше һаулыҡтарын яҡшыртыу маҡсатында көн һайын йәйәү йөрөргә сыға."Йөрәк эшмәкәрлеге үтә насарайып китеү мине ошолай йөрөргә мәжбүр итте. Сөнки көндән-көн хәлем насарая барҙы, тыным ҡыҫылды. Кәүҙә ауырлығы саманан тыш артты. Йәйәү атлап ҡайҙалыр барып ҡайтыу ҙа минең өсөн үтә ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра ине. Больница юлын тапарға тура килде. Табиптар миңә күберәк хәрәкәтләнергә кәңәш итте. Ошо мәлдә минең бер маҡсатым бар ине: шәбәйергә кәрәк! Бик ҡыйын булһа ла, әкренләп йәйәү йөрөй башланым. Күберәк тау үренә менергә тырыштым. Сөнки тауға менеү йөрәк өсөн файҙалы. Бер көн ҡалдырмай, көнөнә ике мәртәбә йәйәү йөрөү тиҙҙән үҙ һөҙөмтәһен күрһәтә лә башланы. Тәүге йылда уҡ һиҙелерлек ябыҡтым, тын алыуы еңелләште, анализдарым яҡшырҙы, йөрәгем яҡшы эшләй башланы," - ти 66-сы йәше менән барған, хәҙер инде сәләмәтлегенә зарланмаған Гүзәл Шәмиғолова. Уның миҫалында йәйәү йөрөү файҙалы икәнлеген күргән байтаҡ кеше ошо спорт төрөнә ылыҡты.

Башҡортостанда быйылғы йыл "Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы" тип иғлан ителде. Был халыҡ һаулығына иғтибар йүнәлтеү, спорт менән әүҙем шөғөлләнергә әйҙәү, ғүмер оҙонлоғон арттырыу маҡсаты менән эшләнде. "Хәрәкәттә - бәрәкәт" ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Спорт менән әүҙем шөғөлләнгән, үҙ һаулығына битараф булмаған һәр кем был мәҡәлде тәрән аңлай. Тән һау икән, йән дә сәләмәт була. Ғүмер дәүмәле оҙая.

Бөрйән районы Ҡурғашлы ауылында ла һаулығын нығытыу маҡсатында йәйәү йәиһә скандинав таяҡтары менән йөрөргә сығыусылар байтаҡ ҡына. Улар араһында иң "стажлыһы" – Гүзәл Шәмиғолова. Бер көн ҡалдырмай, иртәле-кисле 4-5 саҡрым юл урай ул.

"Ошолай йөрөгәнемә 10 йыл. Тәүге өс йылда былай ғына йәйәү йөрөһәм, ҡалған ете йылды скандинав йөрөү менән шөғөлләнәм. Яҙҙан көҙгәсә велосипедта йөрөйөм,"- ти үҙ артынан йәйәү һәм скандинав йөрөүгә ауылдан байтаҡ кешене ылыҡтыра алған Гүзәл апай. Яҡынса 12 кеше һаулыҡтарын яҡшыртыу маҡсатында көн һайын йәйәү йөрөргә сыға.

"Йөрәк эшмәкәрлеге үтә насарайып китеү мине ошолай йөрөргә мәжбүр итте. Сөнки көндән-көн хәлем насарая барҙы, тыным ҡыҫылды. Кәүҙә ауырлығы саманан тыш артты. Йәйәү атлап ҡайҙалыр барып ҡайтыу ҙа минең өсөн үтә ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра ине. Больница юлын тапарға тура килде. Табиптар миңә күберәк хәрәкәтләнергә кәңәш итте. Ошо мәлдә минең бер маҡсатым бар ине: шәбәйергә кәрәк! Бик ҡыйын булһа ла, әкренләп йәйәү йөрөй башланым. Күберәк тау үренә менергә тырыштым. Сөнки тауға менеү йөрәк өсөн файҙалы. Бер көн ҡалдырмай, көнөнә ике мәртәбә йәйәү йөрөү тиҙҙән үҙ һөҙөмтәһен күрһәтә лә башланы. Тәүге йылда уҡ һиҙелерлек ябыҡтым, тын алыуы еңелләште, анализдарым яҡшырҙы, йөрәгем яҡшы эшләй башланы," - ти 66-сы йәше менән барған, хәҙер инде сәләмәтлегенә зарланмаған Гүзәл Шәмиғолова. Уның миҫалында йәйәү йөрөү файҙалы икәнлеген күргән байтаҡ кеше ошо спорт төрөнә ылыҡты.

Читайте нас