Все новости
Новости
8 Февраля 2021, 16:20

Бүләк хужабикәһен тапты

“Ватандаш” журналына яҙылыусылар араһында ойошторолғн лототронда еңеүсегә бүләк тапшырылды.

“Ватандаш” журналына яҙылыусылар араһында ойошторолғн лототронда еңеүсегә бүләк тапшырылды

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Зилә Зәбихулла ҡыҙы Зәкирова- “Ватандаш” журналының күптәнге дуҫы. Баҫмаға яҙылыу барған осорҙа редакция уйнатҡан бүләктәр бәйгеһендә даими рәүештә ҡатнаша килә. Һәм бына бәхет йылмайҙы – Зилә Зәкирова 2021 йылдың тәүге яртыһына яҙылыусылар араһында уйнатылған төп бүләкте - “Тоҙ шахталары” тип аталған медицина ҡорамалын отто.

Әммә баш ҡаланан алыҫ урынлашҡан районда йәшәгәс, призды килеп алырға мөкинселек тапмай ине. Бөгөн Зилә Зәбихулла ҡыҙына бүләк тапшырылды. Уға уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, һәм, әлбиттә, артабан да журналыбыҙҙың тоғро дуҫы булып ҡалыуын теләйбеҙ.

- “Ватандаш” - Башҡортостандағы иң шәп, иң заманса журналдыр ул. Һәр хәлдә мин уны бик яратып уҡыйым, - тигән фекерҙә Зилә Зәкирова.

Әйткәндәй, хөрмәтле дуҫтар, популяр баҫманың электрон вариантына яҙылыу дауам итә!

Читайте нас: