Бөгөн Башҡортостан Республикаһының арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәнүзә Нәҙершина 85 йәшен билдәләй.
Фәнүзә Айытбай ҡыҙы 1936 йылдың 7 февралендә Ауырғазы районы Иҫке Мораҙым ауылында тыуған. 1959 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған. 1954—1959 йылдарҙа Ауырғазы районында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ВЛКСМ-дың район комитетында бүлек мөдире булып эшләй.
1962 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фәнни эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнә: 1973 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1999 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2005 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр була.
Ул 200-ҙән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән 30 китап (монографиялар, йыйынтыҡтар һәм «Башҡорт халыҡ ижады» фәнни серияһынан томдар) авторы. Шулай уҡ «Салауат Юлаев» энциклопедияһы, «История Башкортостана с древнейших времен до 60-х гг. XIX в.» һәм «История башкирского народа» кеүек мәртәбәле хеҙмәттәрҙең авторҙарының береһе.
Юбилярҙы тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ, ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек теләйбеҙ!