Башҡортостан Башлығы сиктәр асылыу менән «Өфө–Вена» авиарейстарының яңынан башланыуы тураһында хәбәр итте. Радий Хәбировтың «Ютэйр» етәксеһе Андрей Мартиросов менән осрашыуында ошо хаҡта килешеүгә өлгәшелде.
«Австрия үҙенең һауа ҡапҡаһын асыу менән «Өфө – Вена» даими авиарейсын тергеҙербеҙ, — тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Был рейс бик популяр ине, айырыуса йәштәр араһында. 3,5 сәғәттән һуң һин Европа урамдары буйлап йөрөйһөң. Был — тәүге ҡарлуғас. Киләсәктә тағы бер нисә сит ил аэропортына яңы тура рейстар асырға йыйынабыҙ».
Радий Хәбиров Рәсәй буйлап осош программаһын киңәйтеү өҫтөндә эшләүҙәре тураһында ла хәбәр итте. Әлегә дүрт ҡалаға осоштар тикшерелә.