Бөрйән районында "Шүлгәнташ" ҡурсаулығына А.Рюмин исемен биреү хаҡындағы тәҡдим буйынса һөйләшеүҙәр уҙҙы. Урындағы ҡоролтай етәксеһе Илшат Шәрипов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми фекерен еткерҙе.
Быға тиклем Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығына һәм «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы» учреждениеһы директорына хаттар ебәргәйне, уларҙа ҡурсаулыҡтың атамаһын үҙгәртеү башланғысына халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берлегенең ҡарашы белдерелгән.