Йылайыр районы Байғужа ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған
Ул башлыса өлкән йәштәге кешеләр йәшәгән Байғужа һәм Бикйән ауылдарын хеҙмәтләндерә. Быға тиклем медицина пункты бәләкәй генә иҫке бинала урынлашҡан булған. Хәҙер ошо ауылдарҙың халҡы уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә.
Яңы модулле ФАП заманса талаптарға һәм санитар нормаларға яуап бирә, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, фельдшерҙан тыш, табиптарҙың күсмә бригадалары ла пациенттарҙы ҡабул итәсәк.