Сибай ҡалаһының «Мироколица» рус йыры ансамбле Беренсе каналдың «Мөғжизәләр яланы» капитал-шоуында ҡатнашты. Был хаҡта Сибай мэры Рөстәм Афзалов хәбәр итте.
Ансамблдең «Мөғжизәләр яланы»на саҡырылыуы сибайҙарға программаны төшөрөүгә бер аҙна ҡалғас ҡына билдәле булды.
Етәкселек Мәскәүгә саҡырыуҙы ҡабул итеү ҡарарын хупланы. Коллектив исеменән уйында Александра Алыева ҡатнашты.
Тапшырыуҙы 5 февраль көнө Беренсе каналда киске сәғәт 19:45 ҡарарға мөмкин.