Хеҙмәткәрҙәргә медицина тикшереүе үткәреүҙең яңы ҡағиҙәләре табиптар бригадаһының эш урынына барыуын күҙ уңында тота.
"Ҡағиҙәләр 2021 йылдың 1 апреленән 2027 йылдың 1 апреленә тиклем була," - тип хәбәр итте Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте.
Медицина тикшереүенә йүнәлтмәлә (ул электрон булырға мөмкин) мотлаҡ медицина страховкалау полисының номеры күрһәтелергә тейеш. Хеҙмәткәрҙәр медицина ойошмаларында диагностика тикшереүе үткән осраҡта ғына табиптарҙың күсмә бригадаларына периодик медицина тикшереүе үткәрергә рөхсәт ителә.
Юғары әҙерлек режимы иғлан ителһә, эш биреүсенең ҡарары менән периодик медицина тикшереүе алты айға тиклем кисектерелергә мөмкин.