Башҡортостанда 2021 йылда асыҡ типтағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. Аҡса партия проекты сиктәрендә федераль бюджеттан бүленә. Бөтәһе — 2 миллиард һум, Башҡортостанға 20 миллион һум йүнәлтелә, республика бюджеты 400 мең һум күләмендә төҙөлөштө берлектә финанслай, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
«Асыҡ типтағы физкультура һауыҡтырыу комплексында мини-футбол, гандбол, баскетбол, волейбол уйнау өсөн яһалма япма комплекты, урамда көс талап итә торған тренажерҙар, йүгереү юлдары өсөн япма комплекты, мобиль баскетбол фермаһы, шулай уҡ башҡа спорт инвентары була», — тине Башҡортостанда «Балалар спорты» проектының төбәк координаторы Рима Баталова.
Башҡортостандың Спорт министрлығы объекттың Өфө районында урынлашасағын билдәләне, тораҡ пункт һайлана. Әле Зубов ауылындағы урын ҡарала.
"Башинформ" агентлығы.