Все новости
Новости
3 Февраля 2021, 19:24

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында башҡорт легендаларына таянып яҙылған спектаклдең премьераһы була

«Орнамент нимә тураһында йырлай?» спектакле өҫтөндә эш көҙ үк башланған.

«Орнамент нимә тураһында йырлай?» спектакленең премьераһы 18 февралгә билдәләнгән.
Спектакль ерҙәге тормоштоң яралыуы, дуҫлыҡ, мөхәббәт, тоғролоҡ, үлем кеүек мәңгелек төшөнсәләр тураһында, уны биш башҡорт легендаһы нигеҙендә Өфө драматургы Владимир Аношкин яҙған. Драма әҫәре стиле, жанры һәм йөкмәткеһе яғынан айырылған тарихтарҙан тора: «Донъяның барлыҡҡа килеүе», «Ике йөрәк», «Хәйлә тоҡсайы», «Ҡуңыр буға». Уларҙың барыһын да бергә бәйләүсе еп – ул орнамент.
«Пьесала орнаменттың ябай график һүрәт булараҡ барлыҡҡа килеүе, яйлап үҫешеүе, элекке быуындарҙың энергетикаһын, тәжрибәһен һеңдереп бөгөнгө торошона етеүе һүрәтләнә, – ти спектакль директоры Альберт Имаметдинов. – Бөгөнгө заман кешеләренә орнамент нимә тураһында һөйләй, ана шуны беҙ тамашасыға еткерергә теләйбеҙ».
Сәхнә әҫәре өҫтөндә эш көҙ үк башланған. Актерҙарға бының өсөн башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнергә, хатта өзләү техникаһын үҙләштерергә тура килә.
Башҡорт эпик ҡомартҡыларын сәхнәлә тергеҙеү өҫтөндә бер төркөм белгестәр эшләй: Альберт Имаметдинов менән Владимир Аношкиндан тыш, рәссам Әнисә Томаншина, видео-контент буйынса рәссам Урал Мәхийәнов, хореограф Рөстәм Имамов, музыкаль яҡтан биҙәүсе – композитор Урал Иҙелбаев.
Читайте нас