Все новости
Новости
3 Февраля 2021, 13:00

Бөгөн күренекле балерина Нинель Юлтыеваның тыуыуына – 95 йыл

Нинель Дауыт ҡыҙы Юлтыева 1926 йылдың 3 февралендә Өфөлә, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтый ғаиләһендә тыуа. Ҡыҙы өсөн һирәк осрай торған исемде (кирегә әйләндерелгән «Ленин» һүҙе) атаһы уйлап таба.

Нинель Дауыт ҡыҙы Юлтыева 1926 йылдың 3 февралендә Өфөлә, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтый ғаиләһендә тыуа. Ҡыҙы өсөн һирәк осрай торған исемде (кирегә әйләндерелгән «Ленин» һүҙе) атаһы уйлап таба.

Нинель 1935 йылда А.Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһына (хәҙерге А. Ваганова исемендәге Рус балет академияһы) уҡырға инә. 1938 йылда атаһы атып үлтерелә, ә әсәһе лагерға ебәрелә.

Һуғыш ҡамасаулау сәбәпле, Нинель уҡыуын, өҙлөклөктәр менән, 1949 йылда ғына тамамлай ала. Аҙаҡ ошо уҡ училищеның педагогик бүлегендә һәм Римский-Корсаков исемендәге Ленинград дәүләт консерваторияһында балетмейстер бүлегендә уҡый.

Сәхнә юлын Нинель Юлтыева солистка булып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башлай.

Муса Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театрында 1946—1966 йылдарҙа солистка була. Прима-балерина булып иҫәпләнә һәм бер үк ваҡытта балет труппаһының художество етәксеһе булып эшләй.

1968—1969 йылдарҙа Нинель Юлтыева Ленинград хореография училищеһында уҡытыусы булып хеҙмәт юлын дауам итә. 1969—73 йылдарҙа — Ҡазан опера һәм балет театрында баш балетмейстер.

Оҙаҡ йылдар Н.К.Крупская исемендәге Ленинград мәҙәниәт институтының Ҡазан филиалында (аҙаҡ Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институты, хәҙер — Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт дәүләт университеты) уҡыта.

Ул 1972 йылдан хореография кафедраһын етәкләй, ә 1985 йылдан — профессор. 1998 йылда Ҡазан хореография училищеһының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

Нинель Юлтыева 1974 йылдан 1977 йылға тиклем Мысырҙа эшләй, унда ул Ҡаһирә балет төркөмөнөң солисттар төркөмөн алып бара һәм художество етәксеһе, балетмейстер вазифаһын башҡара.

Ул 1981—1983 йылдарҙа Венесуэлала була. Бында Тереза Карреньо исемендәге Каракас театрында педагог һәм балетмейстер сифатында эшләй. 1988 — 1989 йылдарҙа ҡайтанан Египетта Ҡаһирә юғары балет институтында художество етәксеһе булып эшләй.

Башҡарған партиялары:

Өфөлә Нинель Юлтыева Зәйтүнгөл партияһын (Леонид Степановтың «Сыңрау торна»), Марияны (Борис Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны»), Сванильданы (Лео Делибтың «Коппелия») бейей.

Нинель Дауыт ҡыҙы 1946 йылда тәүге сығышында М.Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театрында Нәжиб Йыһановтын «Зөһрә» партияһын башҡара.

Артабанғы йылдарҙа Фәрит Яруллиндың «Шурәле»һендә (Сөйөмбикә), классик һәм милли балеттарҙа, Александр Крейндын «Лауренсия»һында (Лауренсия), Петр Чайковскийҙың «Спящая красавица»һында (Аврора), Александр Ключаревтың «Горная быль» балетында (Зарифа), Адольф Адандың «Жизелендә» (Жизель), Лео Минкустың «Дон Кихотында» (Китри) бейей.

Хореограф булараҡ, Нинель Юлтыева Борис Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны», Людвиг Минкустын «Баядерка», Петр Чайковскийҙың «Лебединое озеро» һәм «Спящая красавица», Николай Римский-Корсаковтың «Шәхерезада» һәм башҡа спектаклдәрҙе ҡуйҙы.

Бик күп концерттарҙы ла ҡуйыусы була ул. 2001 йылда, Ҡазанда хәҙерге ваҡытта ла үткәрелеп килгән, Халыҡ-ара хореография мәктәптәренен фестивален ойоштора.

Үҙенең тормош юлы, ижади эшмәкәрлеге, фиҙакәрлеге менән Нинель Дауыт ҡыҙы Юлтыева шәхестең ниндәй юғары рухи бейеклектәргә күтәрелә алыуына сағыу бер миҫал булып тора.

Нинель Юлтыева 89 йәшендә 2014 йылдын 23 ноябрендә вафат була. Ул Ҡазан ҡалаһындағы Ар зыяратында ерләнгән.

https://ba.wikipedia.org/

Читайте нас: