«Балалар һәм Донъя» хәйриә фонды «Арт-Өфө» мәҙәни-мәғариф үҙәге менән берлектә «Кем тарихын белмәй, шуның киләсәге юҡ» тигән хәйриә акцияһын иғлан итте.
Акция сиктәрендә Өфөләге «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркында урын алған «Рюриковичтар», «Романовтар», «Еңеү тарихы» күргәҙмәләрен бушлай ҡарарға була.
Билеттар алыу буйынса фондтың ҡыҙыу линияһына – 8 (800) 201 35 09 номерына шылтыратырға.
Акция булмаған көндө паркка инеү өсөн билет хаҡы ололарға 250 һум, студенттарға, пенсионерҙарға 100 һум, 18 йәшкәсә уҡыусы балаларға бушлай.