Все новости
Новости
2 Февраля 2021, 11:45

Башҡортостан Италия менән бәйләнештә

Башҡортостан Италия менән сауҙа һәм туристик хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Итало-Рәсәй сауҙа палатаһы президенты Трани Винченцо менән осрашыуҙан һуң ошо хаҡта белдерҙе.Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, һуңғы ете йылда башҡа яҡтар араһында тышҡы сауҙа әйләнеше кәмеһә лә, быйыл Башҡортостандан Италияға экспорт артҡан.«Пландарыбыҙ ҙур – Башҡортостандан ауыл хужалығы, медицина, еңел сәнәғәт продукцияһы менән тәьмин итеүҙе киңәйтеү мөмкинлектәре бар. Берлектәге саралар ҙа Италия менән мөнәсәбәттәребеҙҙе нығытырға тейеш. Әйтәйек, «Кремонини групп» башлығы иҫәпләүенсә, Башҡортостан – ит етештереү өсөн идеаль урын», – тип һөйләне премьер-министр.Назаров һүҙҙәренсә, яҡтар туристик ағымды киңәйтеү хаҡында килеште. Башҡортостан палата вәкилдәрен Өфөгә World Travel Technology Awards премияһын тапшырыу тантанаһына саҡырҙы. Республика эшҡыуарҙары, үҙ сиратында, Италияла махсуслаштырылған күргәҙмәләрҙә бушлай ҡатнаша ала.

Башҡортостан Италия менән сауҙа һәм туристик хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Итало-Рәсәй сауҙа палатаһы президенты Трани Винченцо менән осрашыуҙан һуң ошо хаҡта белдерҙе.

Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, һуңғы ете йылда башҡа яҡтар араһында тышҡы сауҙа әйләнеше кәмеһә лә, быйыл Башҡортостандан Италияға экспорт артҡан.

«Пландарыбыҙ ҙур – Башҡортостандан ауыл хужалығы, медицина, еңел сәнәғәт продукцияһы менән тәьмин итеүҙе киңәйтеү мөмкинлектәре бар. Берлектәге саралар ҙа Италия менән мөнәсәбәттәребеҙҙе нығытырға тейеш. Әйтәйек, «Кремонини групп» башлығы иҫәпләүенсә, Башҡортостан – ит етештереү өсөн идеаль урын», – тип һөйләне премьер-министр.

Назаров һүҙҙәренсә, яҡтар туристик ағымды киңәйтеү хаҡында килеште. Башҡортостан палата вәкилдәрен Өфөгә World Travel Technology Awards премияһын тапшырыу тантанаһына саҡырҙы. Республика эшҡыуарҙары, үҙ сиратында, Италияла махсуслаштырылған күргәҙмәләрҙә бушлай ҡатнаша ала.

Читайте нас