Все новости
Новости
2 Февраля 2021, 19:05

2021 йылда Өфөлә Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге төҙөү башлана

2021-2023 йылдарҙа Башҡортостанда республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә 13.6 миллиард һумға 8 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөү ҡаралған.

Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, 2021 йылда Өфөлә Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге төҙөү башлана.
Был хаҡта республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
Үҙәк республика балалар клиник дауаханаһы биләмәһендә урын аласаҡ.
2021-2023 йылдарҙа Башҡортостанда республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә 13.6 миллиард һумға 8 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөү ҡаралған.
Читайте нас: