Все новости
Новости
1 Февраля 2021, 18:28

Өфө халҡын “Ҡарлы фитнес”ҡа ҡушылырға саҡыралар

Өфөлә акцияны тәүге көндән үк күтәреп алдылар, иртәгәнән “Рәсәй студент отрядтары” вәкилдәре республика райондарына юллана.

Башҡортостандың “Ҡарлы десант”ы баш ҡала халҡын “Ҡарлы фитнес” тигән флешмобта ҡатнашырға саҡыра.
Өфө активистары акцияны тәүге көндән үк күтәреп алды, иртәгәнән “Рәсәй студент отрядтары” вәкилдәре республика райондарына юллана.
Флешмобта ҡатнашыр өсөн ябай ғына 4 аҙымды башҡарыу зарур:
* Йәмәғәт урынын һайларға (парк, сквер, урам, балалар майҙансығы)
* Акция барышында уны ҡарҙан таҙартырға, таҙартылғанға тиклем һәм хәҙерге торошон сағылдырған креатив фото йә видеояҙма эшләргә
*Уны #СнежныйФитнесУфа #ӨфөҠар хештегы менән “Инстаграм”дағы шәхси диуарға ҡуйырға.
*Тасуирламала өмәнең урынын күрһәтергә, мотивацияң менән бүлешергә һәм тыуған ҡалаңды/ауылыңды таҙараҡ итеү өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге хаҡында фекереңде яҙырға.
Флешмоб 2021 йылдың 21 мартына тиклем дауам итә.
Читайте нас: