Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе төндә бер аҙ ҡар, көндөҙ епшек ҡар яуа. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә – 3-8, аяҙытҡанда 13 градус һалҡын. Көндөҙ — 0, минус 5 градус.
Йәкшәмбе Башҡортостандың төньяғында бер аҙ епшек ҡар яуыуы фаразлана, башҡа биләмәлә яуым-төшөмһөҙ. Урыны менән боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 3-8, аяҙытҡанда 13 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ — 0, минус 5 градус.
Бөгөн республикала көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ — минус 3-8 градус, таулы райондарҙа плюс 2-гә тиклем етә. Автомобиль юлдарында урыны менән боҙлауыҡ, иртән томан.