Силикон һауыттар духовкала, микротулҡынлы мейестә аш-һыу әҙерләү өсөн яҡшы. Уларҙы һыуытҡыс, хатта туңдырғысҡа һалырға мөмкин.
Силикон сәләмәтлеккә зыянлы түгел, зарарлы матдәләр бүлеп сығармай. Бындай һауытта пирогтар бейек булып ҡабарып бешә.
Яңы һатып алынған силикон һауытты йылы һыуҙа йыуырға, киптерергә һәм эсен үҫемлек майы менән майларға кәрәк. Унан һуң майһыҙ ҙа бешерә алаһығыҙ.
Хәтерегеҙҙән сығармағыҙ – бындай һауыттарҙы тимер щетка менән ышҡырға ярамай. Бик бысранған силикон һауытты лимон кислотаһы тиҙ таҙарта. Оло һауытҡа 4 литр эҫе һыу һалырға, 1 ҡап лимон кислотаһы өҫтәргә. Формаларҙы ошо эретмәлә 15-20 минут тоторға. Шулай уҡ сәй содаһы эретмәһенә һалып торорға ла мөмкин.