Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Рәүҙәт Ҡолманбәтов (Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы) Башҡортостан Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты:
«Радий Хәбиров үҙ сығышында республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур иғтибар бүленеүен, Башҡортостанда йәшәгән һәр кешенең йәшәү кимәлен һәм сифатын арттырыуға йүнәлтелгән булыуын билдәләне. Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһына һайланғас, беҙ, илебеҙҙең башҡа субъекттарында йәшәгән башҡорттар, һәр яҡлап ярҙам тоябыҙ. Мәҫәлән, 1 июндә башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә тарихи-мәҙәни үҙәктәр эшләй башланы, улар башҡорт йәмәғәт берләшмәләренә һәм төбәк башҡорттары ҡоролтайҙарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Беҙ үҙебеҙ Башлыҡ командаһында булырға тейеш, һәр кем үҙ урынында бөгөн әйтеп киткән бурыстарҙы үтәү өсөн ярҙам итергә тейеш».