Все новости
Новости
29 Января 2021, 11:30

Рәсих Хәмитов: «Геопарктар—туризмдың һәр тармағын да үҫтереүгә этәргес»

Республика башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостандағы туризм тармағының үҫешенә айырым иғтибар бүлеп үтте.

Республика башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостандағы туризм тармағының үҫешенә айырым иғтибар бүлеп үтте.

«Республика башлығы һыҙыҡ аҫтына алып үткән өс йүнәлеште үҙемә билдәләп ҡуйҙым. Беренсенән, тау сәнәғәтенең артабанғы үҫеше Яңы Учалы, Новопетровск, Юбилейный сығанаҡтары менән бәйле буласаҡ. Был өлкәлә республиканың геология хеҙмәтенең өлөшө бик ҙур. Икенсенән, Сибай-Подольск-Сара юлының асылыуы Урал аръяғы райондарының тормошон терелтер, тип көтәбеҙ. Был магистралде төҙөү кәрәклеге хаҡында 40 йылдан ашыу әйтелә килде, ниһайәт, был райондарҙың ауыл хужалығын да, сәнәғәтен дә, социаль хәлен дә яҡшыртыр проект тормошҡа ашырыласаҡ. Һәм өсөнсө мөһим йүнәлеш, әлбиттә, туризмдың үҫеше. Ысынлап та, Янғантау, Торатау кеүек геопарктар — ул тәбиғи тәбиғи ҡомартҡыларҙы һаҡлау, геотуризмды, агротуризмды, эске туризмды һәм башҡа тармаҡтарҙы үҫтереүгә ҙур этәргес буласаҡ. Ғөмүмән, Радий Хәбировтың быйылғы мөрәжәғәтнамәһе беҙгә яңы бурыстар ҡуя, пандемия шарттарына ҡарамайынса һәм унан һуң булған шарттарҙа ҙур эштәр эшләргә йүнәлеш бирә», — тип билдәләне Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Рәсих Хәмитов.

Әйткәндәй, туризмдың этнографик һәм мәҙәни тармағын үҫтереү маҡсаты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2031 йылға тиклем ҡабул ителгән Башҡорт халҡының үҫеш стартегияһында ла сағылған. Бында туризмды хеҙмәтләндергән башҡорт эшҡыуарлығын яҡлау программаһын булдырыу, юл буйы сервисының милли системаһын төҙөү, «Һабантуй» халыҡ байрамының яңы форматын тормошҡа ашырыу, башҡорт милли ризыҡтарын һаҡлау һәм танытыу кеүек алымдар килтерелгән.

https://kurultai.ru/ba/
Читайте нас: