Лариса Абдуллина, шағирә, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы:
— Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһендә фәнни үҫешкә иғтибар бүлде. Башҡортостандың алыҫ ауылдарына ла инернет, яңы заманса технологиялар менән бәйләнеш үтеп инәсәге тураһында әйтелде. Был — баш ҡаланан ситтә урынлашҡан, әммә төрлө махсус сайттар аша, Рәсәй, донъя мәғлүмәт сығанаҡтары ярҙамында үҙҙәренең тамырҙарын барларға теләүселәр өсөн яңы мөмкинлектәр тигән һүҙ. Бигерәк тә йәштәр өсөн Европа-Азия фәнни-мәғариф үҙәгенең эшмәкәрлегенә ҙур өмөттәр бағларға була. Тимәк, киләсәктә Башҡортостан бөтә донъяла мәғлүмәт алышыу ғына түгел, Башҡортостан, башҡорт халҡы тураһында киңерәк даирәлә хәбәр еткереү өсөн шарттар булдырыу тигән һүҙ. IP-парктар, инновацион эшҡыуарлыҡ өсөн майҙансыҡтар хаҡында яңылыҡ та милли эшҡыуарлыҡ, Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә башҡорт халҡының йолалары, кәсептәре тураһында халыҡҡа еткереп кенә ҡалыу түгел, ә уны киң ҡатламға ҡулланыуға сығарыу мөмкинлеге артыуға ышанысты нығыта.
Беҙ беләбеҙ, Урал аръяғы райондарында бик күпләп башҡорт халҡы йәшәй. Шуға күрә унда эш урындары артырлыҡ цехтар, заводтар асылыуы, тимер юл магистрале киңәйеүе, социаль обьекттар һаны өҫтәлеүе шулай уҡ халыҡтың тормош хәлен яҡшыртыр, тип бик ҡыуандым.
Өфө — ул республиканың йөҙө. Әгәр юбилей уңайынан балалар яратҡан Ҡурсаҡ театры, Цирк милли йөҙ менән биҙәлеп, яңы, заманса йыһаздар менән байытылһа, шулай уҡ төрлө төбәктәрҙән ҡалаға туристар һанын арттырасаҡ.
Әлбиттә, билдәле шәхестәрҙең, бигерәк тә яҙыусыларҙың юбилейына айырым туҡталыу, ул халыҡты һүҙ сәнғәте миҫалында тәрбиәләүгә саҡырыу тигән һүҙ. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы Башҡорт теле көнө тап Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә ойошторола. Шуға һәр әҙиптең ижады менән республика йорттарына рухи байлыҡ, гуманизм, мәрхәмәтлек тойғолары ла килеп инер.
Балалар баҡсалары күбәйәсәк, «Үҫеш нөктәләре» булған мәктәптәр һаны 813-кә етәсәк. Улар араһында милли төркөмдәр, башҡорт мәктәптәренең һаны ла етерлек булыр, тип өмөт итәм. Бының өсөн бары тик сәм, тырышлыҡ һәм туған халҡыңды яратыу кәрәк.