Бөгөн Борайҙа – ҙур ҡор. Елдәк ырыуы байрамына шулай уҡ Саҡмағош, Ҡариҙел, Благовещен, Илеш, Нуриман, Дүртөйлө райондары вәкилдәре йыйылды.
Сараға килеүселәр Борай район мәҙәниәт һарайының фойеһында асылған бай күргәҙмә менән танышты. Ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ, милли ризыҡтарыбыҙ – ҡымыҙ, бауырһаҡ менән ҡаршыланылар.
Тамаша залында иһә байрамда ҡатнашыусылар тарих көҙгөһөнә баҡты: 14 йыл буйы дауам иткән башҡорт-монгол һуғышы, башҡорттарҙың Рәсәй составына ҡушылыуы, елдәктәрҙең Ҡыпсаҡ ырыуынан килеп сығыуы, уларҙың көнитмеше, Бөйөк Ватан һуғышы... Тамырҙары менән Елдәк ырыуынан булған Муса Гәрәевҡа арналған күренештәр ҙә бар ине тамашала.
Йыйын башҡорт халҡының гимны – "Урал" көйө менән асылды. Съезды тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов алып барҙы. Президиум вәкилдәре итеп Борай район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе Ғәлим Яҡупов, тарихсылар Нурислам Ҡалмантаев, Искәндәр Сәйетбатталов, Салауат Хәмиҙуллин, билдәле сатира оҫтаһы Марсель Сәлимов һайланды.
Борай район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ырыуҙарының йыйыны беренсе булып Борай районында үтеүенә ҡәнәғәтлеген белдерҙе, сараның ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
"Башҡорт халҡының үҙ шәжәрәһенә булған ҡыҙыҡһыныуы милли үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, милли үҙаңды нығыта, – тине үҙенең сығышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе Ғәлим Яҡупов. – Тамырҙарыңды барлай башлаһаң, мауығып китәһең. Был күренеш бөгөнгө глобалләшеү ваҡытында айырыуса мөһим".
Ғәлим Миңлеғәли улы Борай районына Башҡорт энциклопедияһы китаптарын бүләк итте.
Борай районының Сәйет-Көрйә ауылында тыуып үҫкән билдәле сатирик Марсель Сәлимовтың сығышы сараға байрам төҫө өҫтәне. Әйткәндәй, күптән түгел төньяҡ-көнбайыш диалектында уның “Мин сүләйем” йыйынтығы донъя күргән.
Тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың доклады Елдәк ырыуы башҡорттарының тарихына һәм үҙенсәлегенә арналды. “Елдәктәр – үҙенсәлекле күренеш. Башҡорттарҙан тыш, ҡыпсаҡ ырыуы ҡаҙаҡтарҙа, ноғайҙарҙа ла булған. Ә был ырыуҙан айырылып сыҡҡан елдәктәр башҡорттарҙа ғына бар”, – тине ул.
Елдәк ырыуының килеп сығыуы хаҡындағы тарихҡа килгәндә, Салауат Ишмөхәмәт улы ике вариантҡа туҡталды.
Тәүге вариант түбәндәгесә: елдәктәр башҡорт ырыуҙарының мәшһүр шәхестәренең береһе Ҡыпсаҡ бейҙән айырылып сыҡҡан (был хаҡта билдәле этнограф Рәил Кузеев та яҙып ҡалдыра).
Икенсеһе иһә Елдәк исемле тархан хаҡындағы риүәйәткә бәйле. Был тархандың исеме тора-бара ҡыпсаҡтарҙан айырылған ырыуға бирелә, имеш. Салауат Ишмөхәмәт улы әйтеүенсә, икенсе вариант башлыса легендаға тартым.
Ҙур ҡорға башҡа райондарҙан да делегаттар килгән. 79 йәшлек Юрис Әхмәҙуллин, мәҫәлән, Дүртөйлөнән. Бындай йыйындарҙың мөһимлеген билдәләп, ул үҙҙәренең яғындағы Ҡаҙый хандың тарихын һөйләне, сығышын үҙе ижад иткән шиғыр менән тамамланы.
Елдәктәрҙең тәүге йыйынында ырыу Советы һайланды, унда төрлө райондар вәкилдәре инде. Ырыу советы рәйесе итеп Борай районынан Эльза Шәймиева һайланды.
Ултырышта байтаҡ мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде: шәжәрә байрамдары үткәрергә, мәктәптәрҙә башҡорт телен төньяҡ-көнбайыш диалекты нигеҙендә өйрәтергә, ырыу йәштәрен Башҡортостан кимәлендә үткән ҙур сараларға ылыҡтырырға, ырыуҙың үҙ сайтын булдырырға, Елдәктең билдәле шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштерергә, ата-әсәләр мәктәптә балаларҙың ниндәй тел өйрәнеүен һайлағанда, улар араһында башҡорт теле файҙаһына аңлатыу эштәре алып барырға һ.б.
Эстафета Балыҡсы ырыуына тапшырылды – киләһе съезд 5 февралдә Асҡында үтәсәк.