Все новости
Новости
29 Января 2021, 14:40

31 ғинуарҙа Элвин Грей Өфөлә сығыш яһай

Студенттар көнөнә һәм Халыҡ-ара интернетһыҙ көнгә арналған сара Рус дәүләт академия драма театры алдында уҙа.

Студенттар көнөнә һәм Халыҡ-ара интернетһыҙ көнгә арналған сара Рус дәүләт академия драма театры алдында уҙа. Ойоштороусылар йәштәргә бер көнгә генә смартфон, компьютерҙарҙан арынып, ысынбарлыҡ тормоштан кинәнес алырға саҡыра.
Концертта башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығышы көтөлә: Рөстәм Ғиззәтуллин, Рәил Өмөтбаев, Зилиә Бәхтиева, Алтынай Вәлитов, МС Баш, «Zainetdin» этно-проекты һәм, әлбиттә, «Elvin Grey» лейблы артистары. Сараның хедлайнеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин).
Концерт көндөҙгө 12 сәғәттән киске 5-сә дауам итә. Инеү бушлай.
Читайте нас: