"Башҡортостанда Урал аръяғын үҫтереү стратегияһы булдырыла. Планда – «Сибай – Сара» тимер юлын төҙөү. Сибайҙа 500 киловольтлыҡ электр подстанцияһы сафҡа индереләсәк. 25-кә яҡын социаль объект – мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, Аҡъярҙа бассейн, Баймаҡта Боҙ аренаһы – барлыҡҡа киләсәк", – тине Радий Хәбиров бөгөнгө мөрәжәғәтнамәһендә.
Мартта Әбйәлил районында "Цемикс" заводы сафҡа индерелеүе сәнәғәт үҫешенә ҙур йоғонто яһаясаҡ. Унда йыл әйләнәһенә 200 мең тонна аҡ цемент һәм 100 мең тонна микрокальцит етештереләсәк, 220-гә яҡын яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Урал аръяғы халҡына мөрәжәғәт итеп, Радий Хәбиров: «Ихлас әйтәм, дуҫтар, беҙ һәр саҡ һеҙгә ярҙам итеп торорбоҙ. Урал аръяғы райондары сәскә атасаҡ!" – тип белдерҙе.