Все новости
Новости
28 Января 2021, 14:40

"Өфө күҙгә күренеп үҙгәрәсәк"

Радий Хәбиров бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһендә Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү саралары хаҡында ла һөйләне

Радий Хәбиров бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһендә Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү саралары хаҡында ла һөйләне.

"Өфө күҙгә күренеп үҙгәрәсәк. Ҡала урамдарын, парктарҙы һәм скверҙарҙы тәртипкә килтереү буйынса ҙур пландар бар. Республиканың бер генә районы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Яр буйы баш ҡала халҡының иң яратҡан урынына әүерелһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ", – тине Радий Фәрит улы.

Тиҙҙән Рус драма театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Өфө циркы реконструкцияланасаҡ. "Ҡашҡаҙан" паркы ла заманса майҙансыҡтары, велосипедта йөрөү өсөн махсус юлдары булған ял итеү урынына әйләнәсәк.

"Баш ҡалабыҙ юбилейы федераль статусҡа эйә булды. 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү тураһында күрһәтмәгә уҙған йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Әле төбәктә Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры етәкселегендә ойоштороу комитеты булдырыла, төп саралар планы раҫлана", – тип белдерҙе республика Башлығы.

Читайте нас: