Республикаға планлаштырылған 120 пассажир автобусы лизингка һатып алына. Был турала онлайн брифингта Транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев белдерҙе. Былтыр “Башавтотранс” предприятиеһына 245 яңы автобус тапшырылған. Ә бөгөнгө көндә иһә Башҡортостанда “Алға” берҙәм транспорт картаһы ҡулланыла. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, уның менән иҫәпләшеүселәр һаны арта.
Берҙәм транспорт картаһы менән иҫәпләшеүселәр льготалы хаҡҡа йөрөй. Шулай уҡ “Бәхетле сәғәт” тарифы буйынса түләү мөмкинлеге бар. Пассажир бер тапҡыр түләп, 60 минут эсендә бер нисә маршрутҡа күсеп ултыра ала.
Тағы ла Өфөлә электр транспортын үҫтереү мәсьәләһе ҡарала. Алан Марзаев белдереүенсә, заманса троллейбустар эшләү планлаштырыла. Был проектҡа инвесторҙар йәлеп итеү ҡаралған.