Все новости
Новости
27 Января 2021, 12:30

1-се класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты үҙгәрә

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығында ата-әсәләрҙән балаларҙы 1-се класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеүҙең яңы срогы тураһында иҫкә төшөрҙөләр. Быйыл ҡабул итеү 1 апрелдән башлана, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

«Быйылдан ата-әсәләрҙең балаларҙы мәктәпкә ҡабул итеү тураһында ғаризаһы үҙгәртелде. Ҡабул итеү кампанияһы 2021 йылдың 1 апреленән башлана», — тип билдәләне мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин дөйөм республика ата-әсәләр йыйылышында.

Мәктәпкә беркетелгән биләмәлә йәшәгән, шулай уҡ беренсе класҡа уҡырға алыныу өҫтөнлөгөнә эйә булған балалар өсөн ҡабул итеү кампаниялары 1 апрелдә башлана һәм 30 июнгә тиклем дауам итә.

Мәктәпкә беркетелгән биләмәлә йәшәмәгән балаларҙы буш урындарға ҡабул итеү 6 июлдән 5 сентябргә хәтлем ойошторола.

Читайте нас: