Все новости
Новости
26 Января 2021, 13:05

Социаль мәсьәләләр буйынса күп каналлы телефон бәйләнеше булдырылды

Баш ньюс хәбәр итеүенсә, социаль мәсьәләләрҙе күп каналлы телефон аша консультация алып хәл итергә мөмкин. Был хеҙмәт республика социаль яҡлау үҙәге филиалдарының 70 нөктәһендә эшләйәсәк.

Оператор-диспетчерҙар иртә менән халыҡтан социаль өлкәгә ҡараған һорауҙарҙы ҡабул итә башланы ла инде.

8(347)200-80-80

Телефон һандарын республиканың һәр ҡалаһы һәм районы кешеләре ҡуллана ала. Торлаҡ менән тәьмин итеүҙәге ташламалар, аҡсалата айлыҡ компенсациялар алыу тәртибе, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү төрҙәре һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса граждандарҙан шылтыратыуҙар килә.

Читайте нас: