

Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, төп саралар быйыл һәм киләһе йылда Өфөлә һәм Геройҙың тыуған яғы Илеш районында уҙғарыла. Һәйкәлдәр, мемориаль ҡоролмалар төҙөкләндерелә, Авиация-техник университет биләмәһендә МИГ-19 самолеты урынлаштырылған постамент реконтструкциялана. Шулай уҡ төрлө мәҙәни саралар һәм спорт ярыштары планлаштырылған.