Новости
26 Января 2021, 09:22

Башҡортостанда «Ырыу ағасы» Бөтә Рәсәй фольклор фестивале старт ала

Тәүге йыйын 29 ғинуарҙа Борай районына Елдәк ырыуы вәкилдәрен йыя.

Уның сиктәрендә республикала төрлө ырыу вәкилдәре йыйындары уҙасаҡ. Тәүге йыйын 29 ғинуарҙа Борай районына Елдәк ырыуы вәкилдәрен йыя.
Елдәктәр Башҡортостандың Борай, Благовещен, Дүртөйлө, Илеш, Нуриман, Саҡмағош һәм Ҡариҙел райондарында көн күрә.
Йыйында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, райондарҙан ырыу вәкилдәре, ғалимдар, тарихсылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Ҡунаҡтарҙы Борай районы һөнәр эйәләренән оҫталыҡ дәрестәре һәм концерт көтә.
Читайте нас