Ил ҡалаларында халыҡ фекерен белешкәндәр. Мәскәүҙә йәшәүселәр айына 220 мең һум алып рәхәт йәшәргә мөмкин тип белдергән. Өфө кешеләре иһә айына 155 мең һум етә тигән фекер белдерә. Һуңғы ике йылда халыҡ ихтыяжы бер ни тиклем кәмегән, 2019 йылда 170 мең кәрәк тип әйткәндәр.